Форумдың тәүге кәңәшмәһе «Рәсәй төбәктәрендә милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу: Башҡортостан тәжрибәһе» тигән исем аҫтында үтте. Ул БР Мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенә 5 йыл тулыуға арналды. Сарала Рәсәй Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәббәттәрҙе гармониялау буйынса комиссия рәйесе Владимир Зорин, Рәсәй Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе мониторинглау идараһы начальнигы Әбделмөхәмәт Булатов, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шәфиҡова, Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар дәүләттең гражданлыҡ йәмғиәте институттары, этник һәм дини берләшмәләр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре, киң мәғлүмәт сараларының роле, этно-мәҙәниә һәм йәштәр фәнни-мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе тураһында фекер алышты.
Марат Мәрҙәнов фекеренсә, республикала «этноконфессиональ паспорт» булдырыласаҡ, был эште район хакимиәттәре алып барасаҡ. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан милли һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе мониторинглау һәм конфликтлы хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн «Паспорт» системаһы әҙерләнгән. Хәҙер система тикшереү үтә, февраль аҙағында эшләй башлар тип күҙаллана.
Системаға республиканың барлыҡ власть органдарын, ҡала һәм райондарын тоташтырасаҡтар. Үҙәк белгестәре муниципаль берәмектәрҙәге хәлде баһалаясаҡ. Атап әйткәндә, төп өс төркөм буласаҡ, янау характерына һәм дәрәжәһенә ҡарап, этно-конфессиональ ҡурҡыныстарҙы шартлы рәүештә йәшел, һары һәм ҡыҙыл зоналарға бүлгәндәр.
«Башҡортостан милләт-ара, дин-ара мөнәсәббәтәр күҙлегенән ҡыҙыҡлы, ул беҙҙең ил үҙенсәлектәре тупланған тамсы булып тора. Беренсенән, ул өс ҙур халыҡ: башҡорттар, урыҫтар һәм татарҙар тупланып йәшәгән төбәк. Республика халыҡтарының атмосфераһы дөйөм ил атмосфераһына ла йоғонто яһай. Был яҡтан Башҡортостандың хәле уникаль», - тине Владимир Зорин.
- Башҡортостан һәр саҡ беренсе унлыҡта булды, күп кенә төбәктәргә милли сәйәсәттең үҫеше буйынса республиканан үрнәк алырға кәрәк. Үҙебеҙҙең маҡсаттарға колегаллар менән хеҙмәттәшлек итеп эшләгәндә генә ирешә алабыҙ, - тине Әбделмөхәмәт Булатов.