Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2021, 12:47

Шәкәргә, картуфҡа, йомортҡаға хаҡ артҡан

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ ҡына артҡан. Хәйер, быға аптырайһы ла түгел, гел артып ҡына тора...

Башҡортостан статистика үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, иң күбе шәкәргә хаҡ артҡан. Былтыр ғинуар айы менән сағыштырғанда, был татл
  • Картуфҡа – 52,6 процентҡа (26,8 һум);
  • ҡарабойҙайға – 44,6 процентҡа(74,7 һум);
  • кишергә – 42,8 процентҡа (27,6 һум);
  • сөгөлдөргә – 32,9 процентҡа (27,26 һум);
  • геркулесҡа – 31,8 процентҡа (56,1 һум);
  • тауыҡ йомортҡаһына – 26,7 процентҡа (68,8 һум);
  • көнбағыш майына – 26,4 процентҡа (117 һум).
  • Ҡайһы бер аҙыҡтарға хаҡтың төшөүе лә күҙәтелгән. Мәҫәлән, лимон 9,3 процентҡа арзанайған, уны килоһын уртаса 100 һумға һатып алырға була. Тарының хаҡы иһә 11 процентҡа төшкән.
    Фото:Т.Аманов.
    Читайте нас