Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2021, 10:54

КВН-да кем еңде?

13 февралдә Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән Ҙур КВН фестивалендә республиканан 17 команда ҡатнашты.

Баш ҡаланың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнән “республика йөҙҙәре” командаһы еңеүсе тип танылды. Жюри ҡарары менән Сочи ҡалаһында үтәсәк “КИВИН-2021” халыҡ-ара КВН командалары фестиваленә путевканы “Республика йөҙҙәре” һәм “Элемент 88” (ӨДНТУ) командалары бүлеште.
Фото:Башинформ.
Читайте нас