Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2021, 19:01

Картуф кәтлите

Кәтлитте иттән, балыҡтан ғына түгел, картуфтан бик тәмле итеп бешереп була.

Уны әҙерләү өсөн 1 кг картуф, 2 йомортҡа, 3 ҡалаҡ он, йәшел укроп, 2 – 3 һарымһаҡ бүлкәте, тоҙ менән борос һәм ҡыҙҙырыу өсөн көнбағыш майы.
Картуфты таҙартып, тоҙло һыуҙа бешерергә һәм ҡырғыстан үткәреп, иҙергә. Укропты ваҡлап турарға, һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәрергә. Картуф иҙмәһенә йомортҡа, укроп, һарымһаҡ, он, тоҙ, борос ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Ҡул менән кәтлит әүәләп, талғын утта майҙа ике яҡтан да ҡыҙҙырырға. Өҫтөнә ҡапҡас ябырға кәрәкмәй. Кәтлит бешкәс, ҡаймаҡлап ашаһаң, бигерәк тәмле.
Фото:Т.Аманов.


Читайте нас