Рәсәй йыйылма командаһы һуңғы осрашыуҙа чехтарҙы 7:4 иҫәбенә алдырып, беренсе урын яуланы. Игорь Ларионов етәкселегендәге команда уҙған этапта ла еңеү зпопеяһын дауам итте һәм һуңғы туғыҙ уйын рәттән дәғүәселәренә отолғаны юҡ. Был үҙенсә рекорд булып һынала. Составта «Салауат Юлаев» клубынан өс уйынсы барғайны.
Киләһе, йәғни һуңғы этабы Чехияла уҙасаҡ. Беҙҙекеләр унда бар уйындарҙа еңелһә лә, дөйөм Евротур һөҙөмтәһе буйынса беренсе буласаҡ.