

Тырнаҡ осондай ай
Айға ҡарап, теләмәйем
Уны түбәнһетергә.
Һинең керһеҙ тырнаҡ осоң
Төшә минең хәтергә.
Әле беҙҙең арабыҙҙа
Нисәмә мең саҡы(ы)рым.
Уйламаным,
Иҫләрмен, тип,
Тырнаҡ осоңа саҡлым.
Әллә һин сикһеҙ киңлектән
Ҡул һуҙаһың үрелеп –
Керһеҙ тырнаҡ осоң ғына
Тора икән күренеп.
Тамара Юлдашева.
Раузам
Йөрәккәйем Тамараға
Хуш еҫ бөркөгән
Һин минең раузам.
Һиңә ынтылам,
Аҡылдан яҙам.
Ах, сәнскәге!
Бигерәк ғорур –
Үҙ-үҙен һаҡлау
Сәскәгә зарур.
Тамсылай ялтлай
Алһыу тажында.
Мин һайрар былбыл
Һинең хажыңда.
Хисмәтулла Юлдашев.
“Яратырға уны яраймы?” – тип
Һораным мин күктән,
“Һорауҙарың инде һуңлаған, – ти –
Һөйәһең һин күптән”.
Салҡан ятып йөҙҙөм тулҡындарҙа,
Мин, ҡояш – күҙгә-күҙ.
Ни әйтергә уның теләгәнен
Төшөндөм һүҙмә-һүҙ.
Алсаҡланып йылмайҙы ла ҡояш,
Болоттарға ҡасты.
“Көлөрһөң дә, иларһың да, – тине,
– Һөйөүҙәрең ҡаты”.
Яңағымда ҡалды ике буй эҙ,
Нур һәм тулҡын эҙе.
Сикәм яна тиһәм, яна икән
Мөхәббәтем үҙе.
Тамара Юлдашева.
Иҫә генә,
Киҫә генә…
Иҫкә алдым кисә генә:
Кем ҡәберҙә,
Кем Себерҙә,
Кем һыйынған бисәһенә,
Кем – башҡалар иҫәбенә…
Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә,
Киҫә генә.
Йөрө, тине, иҫән генә
Йәнкиҫәгем бисәм генә.
Себер еле иҫә генә,
Иҫә генә,
Киҫә генә…
Хисмәтулла Юлдашев.
Һиңә – юлға
Һиңә – юлға,
Йыйынаһың.
Әле быныһын, әле уныһын алып,
Һәр әйберҙе үлсәп, ҡарап, кире һалып
Йыйынаһың.
Ҡапыл мине күргән һымаҡ, осоп
Яндарыма киләһең дә,
Тешең ҡыҫып,
Тыйылаһың.
Тыйылаһың.
Белеп торам:
Йылы һүҙҙәр тел осонда.
Ләкин булмаҫ
Эсеңдәге уй тышыңда.
Ләкин янмаҫ
Таңғы ысыҡ
Нур тажында…
Япраҡ ярмаҫ.
Бөрө олон
Ҡыртышында…
Ирҙәр була ҡырыҫ.
Йөрәктәре ҡорос.
Һиңә – юлға…
Шул саҡта мин ҡапыл аңлап алам:
Һин китәһең, йәнем, мин бит ҡалам!
Булмыштарың, гүйә, ҡаты тоҙ
Ә һуң мин бит, мин бит – ҡатын-ҡыҙ!
Тыйыламын.
Тыйыламын.
Сәскә таждарылай
Ҡойоламын…
Һиңә – юлға.
Тамара Юлдашева.
Һеҙ ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ!
Бармы икән күңеле яраһыҙ?
Аэропорттар, вокзалдар тулып
Ҡатындарға ҡайтып барабыҙ!
Айырылғайныҡ оҙаҡ ваҡытҡа,
Йыраҡ булды беҙҙең арабыҙ.
Ут өйөрмәләрен үткән ирҙәр
Ҡатындарға ҡайтып барабыҙ...
Хисмәтулла Юлдашев.
Шағир
Хисмәткә
Һаман өҫкә, юғарыға ынтылғанда
Ҡарағайҙар, теҙелешеп төҙ сафтарға,
Бер ҡарт имән боҙа биреп күренеште,
Ирәбәйеп тарбайған бар тарафтарға.
Бар булмышы – үҙһүҙлелек, самаһыҙлыҡ.
Ботаҡтары, олоно ла кәкре-бөкрө.
Барса ағас тәртип һаҡлап үҫкән ерҙә
Ҡағиҙәгә ҡарай һымаҡ ул төкөрөп.
Ботаҡтары – берсә йәшен һыҙығылай,
Борғоланған, берсә, йылан ырғығандай.
Берсә улар туҙған дауыл-өйөрмәләй,
Берсә тынмаҫ шағир уйы урғылғандай.
Тамара Юлдашева.