Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2021, 18:20

Юл фажиғәләре - 11 февраль

11 февралдә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, ете кеше йәрәхәтләнгән.

Көндөҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр урамында 49 йәшлек ир "Mercedes-Benz" машинаһында кинәт юлға йүгереп килеп сыҡҡан 9 йәшлек ҡыҙҙы төрттөрә.
Светофорҙың ҡыҙыл утына юлды йүгереп сығып барған бала дауаханаға эләккән.
Ошо ваҡиғаға тиклем ун көн элек кенә ҡыҙыҡай уҡыған мәктәптә автоинспекторҙар юл хәүефһеҙлеге тураһында әңгәмәләр үткәргән булған...
Тәүлек эсендә 2450-нән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 21 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас