Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраля 2021, 18:59

Яңы фельдшер-акушер пункттары асылды

Былтыр Учалы районында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә ете фельдшер-акушер пункттары төҙөлдө.

Кисә Вознесенка менән Ғәлиәхмәр ауылдарында фельдшер-акушер пункттарын асыу тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ҡатнашты.
Заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушер пункттарында тәжрибәле фельдшерҙар эшләйәсәк: Ғәлиәхмәрҙән Наилә Лоҡманованың эш стажы дүрт тиҫтә йыл булһа, Вознесенканан Гөлнара Йосопованың стажы - 25 йыл.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас