+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2021, 07:52
Сибайға тегенселәр кәрәк
Сибайҙа тегеү цехы асыу тураһында ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. Урал аръяғы халҡын яңы эш урындарына саҡыралар.
Яңы производствоны яйға һалыу тураһында ҡала хакимиәте башлығының Мәләүез ҡалаһынан “Ликом” фабрикаһы директоры Алексей Беспамятнов менән осрашыуҙа һөйләшеп килешелә. “Ликом” фабрикаһы шәхси һаҡланыу саралары етештереүсе халыҡ-ара комманиялар төркөмөнә ҡарай.
«Лайыҡлы эш хаҡы, тулы социаль пакет, профессиональ үҫеш, уҡыу һәм ҡайтанан әҙерлек үтеү мөмкинлеге — былар барыһы ла Сибайҙа! — ти Рөстәм Афзалов. — Ҡалала тегеү производствоһы асыу мөмкинлектәре һәм перспективаһы хаҡында фекер алыштыҡ. Халыҡты эш урындары һәм даими эш хаҡы менән тәьмин итеүсе бындай проектты күптән көткәйнек».
Әлегә ойоштороу мәсьәләләре хәл ителә, Сибай тегенү фабрикаһына алмаш булырҙай яңы, әүҙем коллектив туплау буйынса эш башлана.
Ҡала халҡынан резюмелар көтөлә. Уны социаль селтәрҙәр аша ҡала хакимиәте башлығына йә
adm58@bashkortostan.ru
. электрон адресҡа ебәрергә мөмкин.
Фото:Башинформ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"