Бөгөн "Рәсәй саңғыһы-2021" Бөтә Рәсәй саңғысылар ярышы сиктәрендә район администрацияһы башлығы кубогына үткәрелгән ауыл хакимиәте башлыҡтары һәм хеҙмәт коллективтары араһында район саңғы ярышында Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан биология уҡытыусыһы Айгөл Рәис ҡыҙы Алғошаева 1 урын яулаһа, физкультура уҡытыусыһы Фазылйән Әхмәт улы Бураншин ир-егеттәр араһынан 2 урын алды. Радмир Сөләймәнов 3 урынға сыҡты. Коллективтар араһында Ҡашҡар мәктәбе 3 урын яуланы. Ярышта ҡатнашҡан саңғысыларҙың барыһына ла афарин!!!