Ярышта Ҡырмыҫҡалы ауылының спорт мәктәбе (ушу буйынса тренеры - Асҡар Ишбирҙин) һәм Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының ҡул һуғышы мәктәбе (тренеры - Рушан Хәсәнов) тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнашҡан. Аҫылғужин Айнур - икенсе, Фәйзуллин Рәүил, Ноғоманова Сабина, Йәмғурсин Илфат, Бәширов Илназ беренсе урынды яулаған. Дөйөм йомғаҡтар буйынса беҙҙең егеттәр-ҡыҙҙар, Пермь спортсыларынан ҡалышып, икенсе урын алған. Хәҙер улар Рәсәй чемпионатында республика данын яҡлаясаҡ.