Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраля 2021, 09:44

14 февралдә дискотекаға рәхим итегеҙ!

14 февралдә Өфө ҡалаһының «Динамо» стадионында Ғашиҡтар көнөнә арналған ҙур байрам үтә.

«Яратам-фест» дискотекаһын Башкортостан 24» муниципаль телеканалы ойоштора. Ул көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 7-гә тиклем дауам итә. Пульт артында – DJ Fatikh. Инеү үҙеңдең конькиҙарың менән бушлай. Шулай уҡ “тимераяҡтарҙы” прокатҡа алып була.
«Башкортостан 24» телеканалы бындай дискотеканы бер йыл элек ошо уҡ стадионда Студенттар көнөнә ойошторғайны. Ул ваҡытта боҙ аренаһын Зәйнетдин бейетте. Был юлы иһә сәхнәлә мульти музыка ҡоралдарҙа уйнау оҫтаһы Ришат Рәхимов, «Сплэш» барабан-шоу артистары һәм Алтынай Вәлитовтар сығыш яһай. Боҙ аренаһында ҡунаҡтарҙы телеканладың алып барыусылары Рөстәм Ғәббәсов менән Флүрә Мурзина, Артур Басиров менән Надежда Марьина, Евгения Андрееваменән Ғәлимйән Ибәтуллин сәләмләйәсәк. Байрам матур кәйеф кенә бүләк итеп ҡалмай, шулай уҡ төрлө бүләктәр, сюрприздар менән дә ҡыуандырасаҡ.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас