Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2021, 19:01

Зажигалка менән уйнаған да уйнаған, уйнаған да уйнаған

Ғафури районында Байымбәт ауылында күңелһеҙ хәл булған.

Унда 11 йәшлек ҡыҙ зажигалка менән уйнап зыян күргән. Уҡыусының тәне бешкән, тип хәбәр иттеләр БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Ҡыҙҙы табипҡа алып барғандар, әле уның ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай.
Идаралыҡта әйтеүҙәренсә, уҙған йылда республикала 13 бәлиғ булмаған бала янғында һәләк булған. Янғындың төп сәбәпселәре — баланың бер туҡтауһыҙ шырпы менән уйнауы. Ҡотҡарыусылар электр приборҙарын файҙаланыу, газ һәм мейес менән йылытыу ҡағиҙәләрен үтәргә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра!
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас