Хәтерегеҙҙәлер, Яңы йыл байрамдарына республика ҡалаларының төп майҙандарына 12-шәр миллионлыҡ пиксель шыршылар алып ҡуйылғайны. Халыҡ бер байрам өсөн шул тиклем ҡиммәт Яңы йыл символын һатып алыуҙарына ризаһыҙлыҡ та белдерҙе.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт идаралығынан белдереүҙәренсә, декабрь аҙағында үткәрелгән тикшереү шыршыларҙың хаҡы етештереүсенең хаҡынан 80 процентҡа юғарыраҡ булыуын асыҡлаған. Ә килешеү берҙән-бер тәьмин итеүсе - Мәскәү өлкәһенән «Клирлайт Рус»компанияһы менән төҙөлгән булған. Хәҙер ул алынған аҡсаны федераль бюджетҡа кире ҡайтарырға тейеш.
Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Ишембай, Күмертау, Ағиҙел һәм Нефтекама өсөн етешһеҙлектәр менән һатып алынған 115 миллионлыҡ пиксель шыршылар кире ҡайтармай.
УФАС-та билдәләүҙәренсә, муниципалитеттарҙа һатып алыуҙы ойошторған вазифалы кешеләр ғәйебе өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.