Ҡотҡарыусылар Ленин урамындағы янғын тураһында хәбәрҙе сәғәт 12 тула тигәндә ҡабул иткән. Ғәҙәттән тыш хәл урынына Рәсәй МЧС-ының көстәре, Ергән ДПД-һы командаһы һәм башҡа хеҙмәттәр ебәрелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы янғында 2015 һәм 2016 йылғы ике малай һәләк булған. Туғыҙ йәшлек өсөнсө малай һөрөм газы менән ағыуланған, 1990 йылғы әсәйҙәре лә дауаханаға килтерелгән.
Янғын сыҡҡан йортто тикшереү өсөн һынау лабораторияһы һәм психологтар ебәрелгән. Баш идаралыҡ начальригы Марат Латипов та барып еткән.