Белгестәр билдәләүенсә, хроник сирҙәр киҫкенләшкәндә прививка эшләргә ярамай. Ә өлкәндәр яңы вирусҡа тиҙ бирешеүсән, шуға күрә үҙҙәрен яҡшы тойғандарға вакцинациянан ситтә ҡалмау зарур. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында оло йәштәгеләр күпләп вакцинация үтә, тотош ғаиләһе менән яһатыусылар ҙа әҙ түгел.
«Оҙаҡ уйлағандан һуң, прививка яһатырға булдыҡ. Йәшәге килә бит әле, беҙҙең ейәндәр, бүләләр бар, уларҙың үҫкәнен күрге килә», − ти пациенттарҙың береһе Нина Бояркина.