Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2021, 08:05

Сусҡа итенән эшләнгән паштет эҙләп сығалар

Барығыҙ ҙа ишетте: республикаға сусҡа тағуны (африканская чума) килеү хәүефе бар. Сөнки күрше төбәктәрҙә бындай осраҡтар күптән теркәлгән. Яман сир ризыҡта ла булыуы ихтимал. “Россельхознадзор” идаралығы хеҙмәткәрҙәре ғинуарҙа тағун геномын Белгородтың бер йәмғиәтендә эшләнгән паштеттарҙа тапҡайны.

Беҙҙәге ике сауҙа селтәрендә лә шуларҙы һатыуҙан алып, 500 килограмын юҡ иттеләр. Үкенескә күрә, партияның бер өлөшө башҡа ҡала һәм райондарға киткән.
Ә башҡа етештереүселәр сирле ризыҡ таратмаҫмы?
“Россельхознадзор” белгестәре даими тикшереү һәм рейдтар алып барырға ҡарар итте. Республикаға ингән бер генә ризыҡ та күҙәтеүһеҙ ҡалырға тейеш түгел.

Ошо көндәрҙә паштеттар тағы тикшерелде. Хәүефлеһен тапманылар.
Айырыуса уның 4 ғинуарҙа етештерелгәне ҡурҡыныс. Тап шунда тағун геномы табылған.
Сусҡа итенән (бауырынан) әҙерләнгән паштеттарҙы алмағыҙ!
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас