Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2021, 19:30

Республика клиник дауаханаһы үҙенең пациенттарын көтә

Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ғәҙәти режимда эшләй башланы.

Уның нигеҙендә асылған ковид-госпиталь ябылды.
Баш табип урынбаҫары Илдус Заитов әйтеүенсә, дауахана бинаһына, шулай уҡ тотош системаға дезинфекция үткәрелгән. Бөгөндән башлап терапия бүлегенә пациенттар ҡабул ителә башлаған.
Республика клиник дауаханаһындағы ковид-госпиталдә коронавирус менән ауырыусы 2200-ҙән ашыу пациент дауаланыу курсы үткән. Һуңғы пациент 5 февралдә һауығып сыҡҡан.
Билдәле булыуынса, 2020 йылдың яҙында тап ошо дауаханала коронавирус таралғайны. 1200 пациент һәм табип оҙайлы карантинда булды. Дауахана табиптары һәм пациенттар бәйләнештә булған 3000-ләп кешегә лә ковид менән зарарланыу хәүефе янаны.
Әле республикала коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы пациенттар өсөн урындарҙы өс меңгә тиклем кәметтеләр. БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, 6334 койка-урындан 3667-һе генә ҡалдырылған.
Әле иһә коронавирус менән зарарланыусы пациенттарға Зубово менән Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталдәрҙә, баш ҡаланың 8-се, 13-сө, 18-се һәм республиканың башҡа дауаханаларында медицина ярҙамы күрһәтелә.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас