Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2021, 10:06

Үгеҙең берәйһен һөҙҙөмө – түлә

Илеш районында бер көтөүсе тоҡом үгеҙенән һөҙөлә.

Был аяныслы хәл йәйгеһен була.
Урындағы ферма көтөүсеһе баҫыуҙа эре мал көткәндә уға тоҡом үгеҙҙәренең береһе һөжүм итә. Ир ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл самаһы эшкә сыға алмай. Предприятие аҡсалата ярҙам күрһәтеү түгел, «больничный» ҙа түләмәй хатта. Һөҙөмтәлә эшсе судҡа мөрәжәғәт итә.
Суд ауыл хужалығы кооперативына 280 мең һум күләмендә компенсация түләргә ҡуша. Әммә хужалар ҡарарҙы инҡар итә. Суд приставтары эшкә ҡыҫылғандан һуң ғына ойошма үҙенең хаҡлы булмауын аңлай һәм компенсация түләй.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас