Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль 2021, 08:40

Ҡайһылыр киң мәғлүмәт саралары күңелһеҙ эшләй, ҡайһылары...

Владимир Путин Рәсәйҙең ҙур баҫмалары, радио-, телеканалдары етәкселәре менән видеоконференция аша аралашып алған. Әммә ул осрашыуҙы яңылыҡтар таҫмаһына сығарманылар. Йәшерен һүҙ булдымы икән ни? Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, был рөхсәт ителмәгән митингтарға бәйле түгел.

“Бер йыл буйына осраша алманылар. Шуға ла уңайлы мәл эҙләйҙәр ине. Исмаһам, онлайн булһа ла һөйләшеп алайыҡ, тип видеобәйләнеш ойошторҙолар. Ғөмүмән, баш мөхәрирҙәр менән осрашыуҙарҙың байтағы “ябыҡ ишек”тәр артында була торғайны...” – тигән Песков әфәнде аҡланғандай итеп.
Ил башлығының был осрашыуында аныҡ нимәләр тураһында һөйләшеүҙәрен, шулай итеп, әлегә белмәйбеҙ.

Дмитрий Песков үҙе киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенә баһа биргән:
“Ҡайһылары насар, күңелһеҙ эшләй, ҡайһылары – шәп. Һеҙ бит хеҙмәт күрһәтәһегеҙ. Уға ихтыяж бар. Әгәр ҙә эшегеҙ кеше ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһә, һеҙ – уңышлы. Ҡәнәғәтләндермәһә – уңышһыҙ”.
Бына шулай. Кеше беҙҙе уҡырға ярата икән, беҙ - бар!
Фото: Кремлин.ру.
Читайте нас