Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2021, 11:50

Ҡурсаҡ театры - мөғжизәләр иле

Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү сиктәрендә мәҙәни объекттарын креконструкциялау һәм ремонтлау күҙаллана.

Шағирә, журналист, ике ул әсәһе Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА: "Театр донъяһында үҫкән балалар мөғжизәгә ышаныусан була. Ул ышаныс кем өсөндөр ҡурсаҡ театрынан башланыуы сер түгел. Балаларым менән бәләкәй саҡтарынан уҡ ҡурсаҡ театрына йөрөйбөҙ. Ул театрҙы бик яратабыҙ. Театрҙың Әҙәбиәт бүлегендә Фәрҙиә апай Әлибаева эшләгән замандарҙан был сәнғәт усағын үҙ иткәйнек. Кисә Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа Башҡорт дәүләт Ҡурсаҡ театры яҙмышы хаҡында ла һүҙ алып барып, мөһим мәсьәләне күтәрҙе. Киләсәктә театрҙың яңырыуы хаҡындағы яңылыҡты беҙ ғаиләбеҙ менән ҡыуанып ҡабул иттек. Балалар өсөн ҙур бүләк буласаҡ."
Читайте нас