Кузьминка ауылында йәшәгән ир ҡатынына өйҙөң йәме юҡлығына дәғүә белдергәс, икеһе араһында иреш сыға.
Талаш ваҡытында ир һәнәк алып, ҡатынына үлтереү менән янай. Ярһып китеп, һәнәктең һабы менән ҡатынына бер нисә тапҡыр эләктерә.
34 йәшлек йөклө ҡатындың ауыры төшә... Ул участковыйға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Полиция хеҙмәткәре сабыйҙың мәйетенә күрше участкала юлыға...
Тыумаған балаһының үлеменә сәбәпсе булған ир элек тә кешенең һаулығына зыян килтергәне өсөн хөкөм ителгән.
Уға ҡарата енәйәт эше асылғаны хаҡында БР буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.