+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2021, 05:55
Спортты тормошобоҙға ныҡлап индерәйек
Беҙ спортты яратабыҙ. Халҡыбыҙҙа хәрәкәттә - бәрәкәт тигән әйтем юҡҡа таралмаған. Күп халыҡ ҡатнашыуындағы сараларға ла күпләп һәм теләп сығабыҙ. Бер нисә көндән Бөтә Рәсәй саңғы ярыштары ла башлана. Бында ҡатнашыу өсөн дә бары тик теләк кәрәк. Сығабыҙмы?
13 февралгә тәғәйенләнгән ярыштар Өфөнөң дә һәр районында ойоштороласаҡ. Саңғы юлы оҙон түгел, өс саҡрым ғына. Ә спортсыларға һәм ярышырға яратыусыларға биш саҡрымлыҡ ара ла тәҡдим ителә.
Был сара "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса үткәрелә.
Әйткәндәй, ярышырға теләк кенә етмәй икән, табиптан справка ла кәрәк. Өҫтәүенә, ғүмереңде һәм һаулығыңды бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалаған полисың булыуы ла шарт.
Быйыл беҙҙә барлығы 120 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.
"Рәсәй саңғы юлы" һеҙҙе көтә, йәмәғәт!
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"