Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль 2021, 11:29

Сибайҙа 19 йәшлек ҡыҙ үҙ-үҙенә ҡул һалған

Яңы ғына йәшәй башлаған ҡыҙға ниңә ғүмерен өҙөргә?

Сибайҙағы ҡот осҡос хәл 6 февралдә була. 19 йәшлек кенә ҡыҙҙың кәүҙәһен 12 ҡатлы йорт янында табалар. Ул – урындағы колледж студенты, яҡшы уҡыған, әүҙем булған. Йорт тәҙрәһенән һикерер алдынан ҡыҙ социаль селтәрҙә хушлашыу хаты яҙып ҡалдыра: «Бындай сәйер хәлдәр бүтән булмаҫ. Барыһы өсөн дә рәхмәтлемен».
Тәфтиш-оператив төркөм ваҡиға урынында ҡыҙҙың телефонын табып ала. Ул суд-медицина экспертизаһына тапшырылған.
Аллам һаҡлаһын... Йәшерен-батырыны юҡ, илебеҙ суицидтар һаны буйынса тәүге урындарҙан төшмәй. Ир-егеттәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы буйынса Рәсәй – абсолют лидер. АҠШ-та беҙҙәгегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк халыҡ йәшәй. Ә ҡытайҙа ун тапҡырға... Һорау тыуа, ни өсөн шундай һандар килеп сыға һуң? Ни өсөн үҫмерҙәр, йәштәр үҙ ғүмерен өҙә? Был мәсьәләгә киләһе мәҡәләлә асыҡлыҡ индерергә тырыштыҡ.
Фото: «КП».
Читайте нас