“Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, ”Вся Уфа” телеканалы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Ижтимағи советы берлектә туҡталыштарҙа тороусыларға ҡайнар сәй эсереү ойошторған.
Иии, беҙҙә бит сәйхурҙар йәшәй! Бер көндә социаль хеҙмәткәрҙәр һәм журналистар 160 литр сәй эсергән. Акция “пик сәғәте”ваҡытында ойошторолған, иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә.
Барыһына ла бик оҡшаған был сара. Уны тағы ҡабатлаясаҡтар. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: иң популяр автобус маршруттары туҡталыштарында.
Бер көндө алдығыҙға бер стакан сәй тотоп килеп торһалар, аптырамағыҙ, рәхмәт әйтеп ала һалығыҙ.