Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля 2021, 12:00

Башҡорт теленән – БДИ

БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала башҡорт теле буйынса төбәк имтиханы үткәреләсәк.

Хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән документҡа БР Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Берҙәм төбәк имтиханы йыл һайын сығарылыш уҡыусылары өсөн ирекле нигеҙҙә үткәреләсәк. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы имтихандарҙы үткәреү тәртибен билдәләйәсәк.
Фото: kompensacii.ru
Читайте нас