Был иҫтәлекле көндө кем уйлап сығарғандыр инде? Әммә, афарин!
Фантазияға бай кешеләр үҙҙәре үк әкиәт уйлап сығара. (Мәҫәлән, был юлдарҙың авторына бәләкәй сағында әкиәтте атаһы һәм ҡунаҡҡа ҡайтҡанда иң өлкән еҙнәһе һөйләгән. Ҙурайғас, билдәле әкиәттәрҙе был ике яҡын кешеһе ни тиклем матурлап, ҡабартып һөйләүҙәренә иҫе киткән хатта).
Нимәһе һәйбәт: бөтә әкиәт тә яҡшылыҡтың еңеүе, матурлыҡтың тантана итеүе, бер-береһен яратҡан кешеләрҙең бергә ҡалыуы һәм бәхетле оҙаҡ йәшәүе менән тамамлана.
Бөгөн бик яҡшы көн! Әйҙәгеҙ, балаларығыҙҙы әкиәт һөйләп йоҡлатығыҙ.