Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2021, 07:40

Сатлама һыуыҡтарҙы йылы көндәр алмаштырасаҡ

Республика синоптиктары фаразлауынса, көндәр йылытасаҡ. Алдағы ике көндә температура 33 градус һыуыҡтан көндөҙ 5 градусҡа тиклем төшәсәк. Шулай уҡ ҡар яуасаҡ.

10 февралдә ел көнсығыштан талғын, урыны менән ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ –16, 21, көньяҡта 12 градус һалҡын.
11 февралдә ҡар яуасаҡ, юлдарҙың айырым өлөшөндә – боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә –19, 24, көндөҙ 12, 24 градус, көньяҡта төндә –14, 19 градус, көндөҙ 5, 10 градус һалҡын буласаҡ.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас