Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2021, 17:25

Руль артында мәрхүм булған

Октябрьский ҡалаһында «Тойота Ланд Крузер» водителе парковкала торған «Лада Гранта» автомобиленә бәрелеп һәләк булған.

71 йәшлек водитель руль артында аңын юғалтҡан булған, тип хәбәр итте төбәк ЮХХДИ идаралығы. Ир тиҙ ярҙам хеҙмәте килеп еткәнсе йән биргән.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас