Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 163 кешелә ошо сир асыҡланған. Ә зарарланыусыларҙың дөйөм иҫәбе иһә бөгөнгө көндә 25,9 кеше тәшкил итә. Әлеге ваҡытта дауаханала 316 кеше ковидтан дауаланыу курсы үтә, шуларҙың 37-һе – ауыр хәлдә. 5,6 мең кеше иһә амбулатор рәүештә дауалана.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 175 пневмония менән ауырыу осрағы теркәлгән. Ә 167 кеше һауығып, дауаханан сыҡҡан.