Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль 2021, 17:43

Күп балалы ғаиләләргә — бушлай туҡталҡа

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары законға үҙгәрештәр индермәксе.

Депутаттар уны февралдә беренсе уҡыуҙа ҡарай. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, уҙған йылдың октябрендә ҡабул ителгән законға ярашлы был мөмкинлеккә инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары эйә булғайны.
Хәҙер исемлеккә күп балалы ғаиләләрҙе өҫтәү ҡарала. Был алым илдәге башҡа төбәктәрҙә, мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Воронеж өлкәләрендә ҡулланыла.
Шуны билдәләргә кәрәк, түләүле туҡталҡаларҙың күбеһе Өфө үҙәгендә урынлашҡан. Түләүле парковка тураһында закон уҙған йылдың ноябрендә ғәмәлгә ингәйне. Билдәле булыуынса, дәүләт милкендә булған территорияла урынлашҡан тәүге туҡталҡаның тәүге 20 минуты бушлай, спорт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүсе, урындағы үҙ идара органына ҡараған учреждениелар биләмәһендә бер сәғәткә бушлай туҡталырға мөмкин.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас