2021 йылдан милек хоҡуғы сикләнмәгән (тәғәйен хужалары булмаған) ерҙәргә муниципалитеттар түгел, ә БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы хужа буласаҡ.
Сиктәре билдәләнгән ерҙең хужаһы була. Улар – шәхси кеше, Рәсәй Федерацияһы, йәки илдең субъекты, район, ҡала хакимиәте. Милек хоҡуғы сикләнмәгән участкаларҙың билдәле генә хужалары булмай. Ғәмәлдә булған ҡануниәткә таянып, элек уны район , ҡала хакимиәттәре һата, арендаға бирә ине. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары урындағы үҙидара, ер тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индергәс, хәҙер был функциялар бер дәүләт органына ғына тапшырылды.
Төбәктә 90 процент ерҙең милекселәре юҡ . Уларға ҡаҙнаны тулыландырып торған һалым һалынмай. Буш ятҡан ерҙәр тиҙерәк әйләнешкә инһен, эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм хеҙмәт урындарын күбәйтеү буйынса мөмкинлектәр киңәйһен өсөн был урындарҙы кемдәргәлер бирергә кәрәк.
Ерҙе милеккә яҙҙырып алыу ваҡыты – барыһы өсөн дә ун көн, бер үк документтар талап ителә,
Бының өсөн МФЦ– ға, gosuslu.bashkortostan.ru республика порталына, республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль идаралығына (һәр район- ҡалаларҙа ла эшләй) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Буш ер биләмәләре тураһындағы мәғлүмәтте әле бер урынға туплау бара. Оҙаҡламай министрлыҡтың mzio.bashkortostan.ru һәм “Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлығы һәм инвестициялары” investrb.ru сайтында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы күп документтарҙы цифрлаштырҙы. Хәҙер улар 17 төр электрон хеҙмәт күрһәтеү буйынса граждандарҙан ғаризалар ҡабул итә. Тағы туғыҙ сервис эшләнеләсәк. Халыҡҡа белешмәләр йыйыу һәм ергә хоҡуҡты теркәү еңелләшә. Барлыҡ документтарҙы ҡыҫҡа ваҡытта компьютер тикшерә. Формаль сәбәптәргә бәйле, ғаризаларҙы кире ҡайтарыу булмаясаҡ.