Бөгөн төндә Өфөнөң Бессонов урамында билдәле адвокат Роман Петровтың «тимер аты»на ут төртәләр. Машинаның сигнализацияһына уянған күршеләре енәйәтселәрҙе яҡшылап күреп өлгөрмәй, улар таксиға ултырып ҡаса.
Хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиға урынынан шешә һәм яғыулыҡ продукттары алған, РФ Енәйәт кодексының 167-се статьяһы буйынса эш асылған.
Роман Петров үҙе был ваҡытта командировкала була. «Күршем сигнализация тауышына уянып, тәҙрәнән ҡараһа, машинам янып ултыра. Шунда уҡ миңә шылтыратты. Бер нисә секундта двигателе янып бөтә, ремонт үткәреп тә булмай. Ғәйепләнеүсе бар, эш тикшерелә», – тип белдерә Роман.
Адвокат был «тимер ат»ты бер ай самаһы элек кенә йүгәнләгән булған, әрәм иткәндәр.