Дәүләкән районында йәшәгән ҡатын "Авито" сайты аша тоҡомло көсөк һатып алырға йыйынған. Муттар өс мең һумды үҙҙәренең иҫәбенә күсерергә күндергән. Хәҙер ни көсөк юҡ, ни аҡсаһын кире ҡайтара алмай...
Белорет районында йәшәүсе ҡыҙ ҙа шулай алданып, 1,5 мең һум аҡсаһын муттарға бүләк иткән.
Өфөлә йәшәгән ҡатын иһә социаль селтәрҙәге "күрәҙәсе"гә ышанып, мутбисә уйлап сығарған боҙомдан ҡотолор өсөн 20 мең һум аҡсаһынан яҙған.
Һуңғы тәүлектә мутлыҡ буйынса ете енәйәт эше ҡуҙғатылған, ҡалғандары буйынса тикшереү бара. Был турала БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.