Республиканың Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 6 февралдә Өфөлә үле кәүҙәһе табылған ҡатынды үлтереүсе тотолған. 49 йәшлек ҡатынды айырым йәшәгән 17 йәшлек улы тапҡан.
Егеттең һөйләүе буйынса, ул әсәһенә килгән саҡта ишектең йоҙаҡҡа бикле булыуын күргән һәм йорт эсенә ингәс, телефон һәм телевизорҙың юғалыуын аңлаған. Тәфтишселәр һуңғы ваҡытта һәләк булыусы ҡатын менән 67 йәшлек берәҙәк ирҙең йәшәүен асыҡлаған. Тиҙҙән уның эҙенә төшкәндәр – танышында йәшенеп ятҡан. Ир үҙ ғәйебен таныған.
Тәфтишселәр фаразы буйынса, 4 февралдә ир менән ҡатын араһында ыҙғыш ҡуба. Был ваҡытта улар икеһе лә хәмер тотҡононда була. Ҡайһылыр ваҡытта ҡатын ирҙе йортонан ҡыуа башлай – уға ирҙең күп эсеүе һәм аҡса эшләмәүе оҡшамай. Конфликт барышында ир ҡатындың эсенә һәм күкрәгенә һуға – ҡатын йәрәхәттәрҙән йән бирә.
Фото: БР-ның Тәфтиш комитеты