Бәхетһеҙ осраҡ урындағы үҙәк дауахана биләмәһендә була. Бында 54 йәшлек эшсенең өҫтөнә ағас төшә.
БР Дәүләт эш инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, дауахана биләмәһендә эшселәр бригадаһы кәрәкмәгән ағастарҙы ҡырҡыу менән шөғөлләнә. Ҡырҡылған ағастарҙың береһе штукатур-маляр булып эшләүсе кешенең өҫтөнә ауа. Ир алынған йәрәхәттәрҙән урында йән бирә.
Әле был хәл буйынса тикшереү эше бара, фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.