Яңы миҙгелдән радиола яңы тапшырыуҙар, музыкаль биҙәлеш тә индерелде. Элекке тапшырыуҙарҙың да йөкмәткеһе үҙгәрешһеҙ ҡалманы. “Теге өсәү”ҙәге башҡа яңылыҡтарға килгәндә, “Уйна, ҡурай!”, “Тиҫкәре”, “Йырлы арба”, “Ана килә автомобиль” уйындарын, “Кинәйәле кәңәштәр”, “Гәп баҙары”, “Өс һөйләм, бер сәләм”, “Өс көләмәс”, “Инстаға ин” рубрикаларын билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән, “Йырлы арба”ла ҡатнашыусыға берәй йырсы үҙ тауышы менән яңғыратҡан өс мәғлүмәттән сығып, ниндәй йыр тураһында һүҙ барғанын әйтергә кәрәк. Ә “Өс һөйләм, бер сәләм” рубрикаһы аша һәр тыңлаусы ватсап ҡушымтаһына тауышлы хәбәр ебәреп, уны эфирҙа ишетә ала. Халыҡҡа оҡшаған элекке рубрика-уйындар ҙа ҡалды: “Тәржемәсе Әлисә”, “Белермән”, “Көн тарихы”, “Нанохәбәрсе”, “Ай йыры”, “Алға”, “Телһөйәр”, “Әйткәндәй”, “Туҡта, Гүзәл”, “Йондоҙнамә”.
Ниндәй генә үҙгәреш индерелһә лә, “Теге өсәү” менән иртәһен башлаусыларға “Юлдаш” егеттәре шәп бүләктәр һәм күтәренке кәйеф өләшеүен дауам итә. Беҙ һеҙҙең менән һәр аҙнаның биш иртәһен ҡаршыларға әҙер! Эш көндәрендә иртәнге сәғәт 7-лә радиоғыҙҙы ҡабыҙығыҙ ҙа беҙ бергә!