Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2021, 08:03

Силәбе өлкәһенең Сируси мәктәбендә Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге класс асылды

Был белем усағында шағирә оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән.

5 февралдә Сосновка районының Сируси урта мәктәбендә Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге класс барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Руслан Абдуллин, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле һәм әҙәбиәте ассоциацияһы етәксеһе Ҡамса Мортазин, Сосновка районының мәғариф идаралығы етәкселәре һәм башҡорт теле уҡытыусылары ҡатнашты.
Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова сығышы менән Арғаяш районының Мәүлит ауылынан. Ул оҙаҡ йылдар әлеге Сируси ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле һәм әҙәбиәте ассоциацияһы етәксеһе Ҡамса Мортазин әйтеүенсә, әлеге башланғыс урындағы мәктәп уҡыусыларына туған телдәрен үҙләштереүгә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан был маҡсатта методик ҡулланмалар һәм әҙәбиәт менән ярҙам итергә һүҙ бирҙе. «Мәктәптә туған телде өйрәтеү йәш быуынды тәрбиәләүҙең мөһим аспекты, ул халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ итә. Урындағы власть органдарының һәм уҡытыусыларҙың ярҙамы менән Сируси мәктәбе шундай шәп мөмкинлеккә йә булды. Был йәһәттән Башҡортостан етәкселеге уҡытыусыларға ярҙам күрһәтәсәк», – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Руслан Абдуллин.
Фото: «Башинформ».
Читайте нас