Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2021, 14:35

Радий Хәбиров "КамАЗ"дың генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты

Сарала концерндың Башҡортостанда урынлашҡан заводтары эше һөҙөмтәләре ҡаралды. Улар - Нефтекаманың "НефАЗ"ы менән бергә Туймазы автобетоновоздар заводы. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, 2020 йылдың йомғаҡтары бик яҡшы тип әйтергә була. "НефАЗ" ғына 27 млрд һум килем алған, был 2018 йылдан ике ярым тапҡырға күберәк. Завод Рәсәйҙең һәм БДИ ҡалаларына заманса автобустар һәм электробустар етештереп ебәрә. Шул уҡ мәлдә Башҡортостан да яңы моделдәрҙән - газ яғыулығын ҡулланыусы ҙур класлы ҡала автобустарын алыуҙан ситтә тороп ҡалмай.

Алдағы бер нисә йылда Нефтекамала автобус производствоһын, үҙбушатҡыстар һәм тағылма техникаһын сығарыуҙы модернизациялау буйынса бер нисә инвестиция проекты старт аласаҡ.

Туймазылағы заводты үҫтереү буйынса ла оло пландар бар. Бында етештерелгән махсус техника төрҙәре артасаҡ.
Яңы проекттар буйынса юғары класлы белгестәрҙе әҙерләү мөһим һорау булып ҡала. Шуға күрә лә бөгөндән республиканың көнбайышында кадрҙар потенциалын һәм уҡыу-техника базаны өйрәнеү башлана. Бында федераль күләмдәге машиналар төҙөү буйынса тулы кимәлдә кластер барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Т.Аманов
Читайте нас