Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2021, 20:05

Ниндәй тупраҡ һайларға?

Кибеттән тупраҡ һатып алғанда нимәләргә иғтибар итергә?

Тупраҡ һатып алғанда һәр саҡ уның һаҡланыу ваҡытын тикшерегеҙ. Мөмкинлек булһа, күгәргәнме-юҡмы икәнлеген дә ҡарағыҙ.

Ҡатнашманың әселеген,«pH»ын тикшереп ҡарағыҙ. Ул 6,5-6,7 күләмендә булырға тейеш. Әҙерәк булған осраҡта, тупраҡҡа эзбиз ҡушырға тура киләсәк.

Ҡушылмалағы азот, калий һәм фосфор күләмен ҡарарға кәрәк. Улар 300 мг/л-ан артырға тейеш түгел.

Тупраҡ сифатлы компоненттарҙан торорға тейеш. Унда мотлаҡ кәҫ, торф, ҡом, ағас онтағы, кокос сүсе (волокна), эзбиз булыуы шарт.

Өҫкө ҡатламдағы торф әҙерәк булырға тейеш. Юғиһә тупраҡ самаһыҙ әсе килеп сыға.

Тупраҡ ҡатнашмаһы йомшаҡ булһын. Уның иң эре компоненты ла 3-4 миллиметрҙан үтергә тейеш түгел.
Тупраҡ йәбешеп тора икән, ул сифатлы түгел: үрсетмәләрегеҙ насар үҫәсәк.
Фото:сад45.рф
Читайте нас