Осрашыуҙа Учалы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, кеше хоҡуҡтары буйынса советтың яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина, республика башлығының экология мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Расих Хәмитов, прокуратура, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы, экология министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина, был хәлде контролгә алып, предприятие хужаларына коллектив талап әҙерләйбеҙ, тине: "Кешеләрҙең имен мөхиткә, экологик хәүефһеҙлеккә хоҡуҡтарын боҙған производствоны модернизациялауҙарын талап итәсәкбеҙ. Осрашыуҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың тормошҡа ашырылыуын күҙәтеп, кәрәк булһа, юридик ярҙам да күрһәтәсәкбеҙ".
Рәсих Хәмитов: "Предприятие етәкселегенә производствоның үҫеше перспективаһын экологик хәүефһеҙлекте иғтибарға алып эшләргә тәҡдим ителде. Был өҫтәмә инвестициялар талап итәсәк, әммә халыҡтың ғүмере, һаулығы беҙҙең өсөн мөһимерәк. Был проблема менән артабан да шөғөлләнәсәкбеҙ", - тип белдерҙе.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, был мәсьәләгә күҙ йоммай, уны мотлаҡ хәл итергә тырышасаҡбыҙ, тине.