Билдәле булыуынса, 43 йәшлек иргә иртәнсәк танышы килә һәм уны эсмәҫкә, был бәләнән ҡотолоу өсөн белгестәргә мөрәжәғәт итергә саҡыра. Һөйләшеү ваҡытында иҫерек ир танышынан ҡатынын көнләшеп, тимер һоҫҡо менән хужабикәнең башына һуға. Уны яҡлаған ҡунаҡтың күкрәгенә, арҡаһына, муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Алынған йәрәхәттәрҙән ул шунда уҡ йән бирә. Йорт хужаһы енәйәт ҡылыуы хаҡында мәрхүмдең туғандарына хәбәр итә һәм машинаһына ултырып сығып китә.
Полиция енәйәтсене ҡулға ала. Был ваҡытта ла ир тынысланмай, ҡулына кейҙерелгән бығауҙар менән полиция хеҙмәткәренең башына һуға. Әле уға ҡарата енәйәт эше асылған, ир үҙ ғәйебен таныған.