Ул, колясканы башҡаларға һатып ҡуймағыҙ, мин һеҙгә хәҙер "аванс" күсерәм, тип ҡатындан банк картаһының номерын һәм CVV-кодты һорай.
Ҡатын банк картаһында ниндәй мәғлүмәт бар, бөтә әйтеп бирә.
Шул уҡ мәлдә телефонына пароль яҙылған смс-хәбәр килә. Уны ла пенсионер ҡатын билдәһеҙ иргә әйткәс, бәйләнеш өҙөлә.
Бер нисә минуттан муттар уның иҫәбендәге 426 мең һум аҡсаны урлай.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған, тип ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Тағы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дуҫтар: һеҙҙең иҫәпкә аҡса күсерер өсөн картаның алғы яғындағы 16 һанлы номер ҙа етә. Бер кемгә лә картаның PIN-кодын, картаның артҡы яғында яҙылған CVV-кодын әйтмәгеҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.