Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль 2021, 08:45

Аварияла тағы ла кеше ғүмерҙәре ҡыйылды

Бөгөн, 9 февралдә, Һамар-Өфө-Силәбе трассаһының 1480 саҡырымында иртәнге сәғәттәрҙә үлемесле авария булған.

Билдәле булыуынса, Силәбе яғынан хәрәкәт итеүсе Lexus менән уға ҡаршы килеүсе ”Тонар” йөк машинаһы бәрелешә. Һөҙөмтәлә еңел автомобилдә булыусылар фажиғә урынында йән бирә.
Әле ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас