Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2021, 14:19

Яһалма интеллект «күрәҙәлек ҡыла»

Компьютер ковидтан үлем ихтималлығын фаразларға өйрәнгән.

Копенгаген университетының компьютер фәндәре факультеты ғалимдары яһалма интеллекттың (ЯИ) ковидтан үлем ихтималлығын фаразларға өйрәнеп алыуы хаҡында белдерә. Белгестәр пандемия башланған осорҙа компьютер моделдәрен төҙөргә тотона. Хәҙер улар эшен тамамлаған. Әлеге моделдәр ауырыуҙар тарихына һәм кеше һаулығы тураһындағы мәғлүмәттәргә таянып, инфекция кеше организмына күпме зыян килтеререн билдәләй ала. Был хаҡта MedicalXpress порталы хәбәр итә.
Ғалимдар тикшеренеү үткәреп ҡараған. Һөҙөмтәлә ЯИ 90 процент дөрөҫлөк менән быға тиклем коронавирус менән ауырымаған кешенең сирҙән үлерен-үлмәҫен әйтеп биргән. Пациентты үпкәне яһалма тын алдырыу ҡорамалына тоташтырырғамы, юҡмы? Был һорауға ул 80 процент дөрөҫлөк менән яуап биргән.
Белгестәр компьютер программаһына Данияның 3 944 пациентының һаулығы хаҡындағы мәғлүмәтте индергән. Асыҡланыуынса, был сиргә артыҡ тән ауырлығы менән яфаланған оло йәштәге ирҙәр айырыуса тиҙ бирешә. Шулай уҡ хәүеф төркөмөнә юғары ҡан баҫымы менән ҡатындар, неврология сирлеләр ингән.
Әлбиттә, яһалма интеллект табиптарҙың эшен бер ваҡытта ла алмаштыра алмаясаҡ, шулай ҙа ул ҙур ярҙам күрһәтә ала. Тиҙҙән аҡ халатлылар Копенгаген ғалимдарына рәхмәттәр уҡып ултырыр әле.
Фото: ok.ru
Читайте нас