Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2021, 19:30

Подъездарҙы ремонтлау быйыл дауам ителәсәк

Республика һәм муниципалитеттар бюджеттарында ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, 2021 йылға был юҫыҡҡа 222,2 млн һум аҡса бүленгән. Был сумма ярҙамында 112 йортта 306 подъезд, шул иҫәптән Өфөлә 260 подъезд (95 йорт) төҙөкләндереләсәк. ⏬

Ремонт эштәре алдынан торлаҡ эйәләре менән йыйылыштар үткән һәм башҡарыласаҡ проекттар раҫланған. Баш ҡалала 31 урында эштәр башланған да инде.
Әйтергә кәрәк, подъездарҙы ремонтлау буйынса комплекслы программа башланғандан алып ике йылда йортта 2069 йортта 6181 подъезд төҙөкләндерелгән.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас