Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль 2021, 18:20

Марганцовка эсеп тын юлдарын яндырған сабыйға аҡса тупланды!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Арыҫландың ата-әсәһе тағы бер мәсьәлә килеп тыуыуы тураһында хәбәр итә.

Был хәл тураһында ике аҙна элек яҙғайныҡ.
Әсәһе биш айлыҡ бәпесенә яңылыш марганцовка эсерә, сабыйҙың тын юлдары яна. Арыҫландың әсәһе аңлатып һөйләгәйне: «Ике һауыт йәнәш тора ине. Төндә утты яндырмай, яңылыш улыма марганец таблеткаһы биргәнмен. Тиҙ генә һыу менән ауыҙын йыуҙым, баҡһаң, улай эшләргә ярамай икән. Киреһенсә, Арыҫланға тағы ла насарыраҡ булды. Табиптарҙы саҡырҙыҡ. Арыҫландың ауыҙы янғайны. Икенсе көндө тамағы шеште һәм ул тын ала алмай башланы. Балаға трахеостома эшләнеләр».
Аллаға шөкөр, бөгөн Арыҫлан бирешмәй. Бөтә ил менән уға 7 миллион 400 мең һум аҡса йыйҙылар. Ошо көндәрҙә егет Израилгә әмәлиәт яһатыуға осасаҡ. Тик әле бер мәсьәлә килеп тыуған: Израилгә сикте асыу 20 февралгә тиклем кисектерелгән. «Израилгә осоу өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан йә Башҡортостан Башлығы хакимиәтенән махсус рөхсәт булырға тейеш. Әмәлиәт февраль аҙағына күсерелде, ниндәй датаға икәне билдәһеҙ. Беҙ зарығып көтәбеҙ», – тип хәбәр итәләр Арыҫландың яҡындары.
Фото: Т. Аманов.

Читайте нас