Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль 2021, 20:48

Өфө үҙәгендә автобустар бәрелешкән

Дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Бөгөн көндөҙ Өфө үҙәгендә ике пассажир автобусының ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Дәүләт автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, авария «Мир фирмаһы» туҡталышында була. Һөҙөмтәлә дүрт кеше, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер йәрәхәтләнә. Уларҙың барыһына ла медицина ярҙам күрһәтелә. Бәхеткә күрә, уларҙың һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янамай.
Юл-транспорт ваҡиғаһының төп сәбәбе – тиҙлек режимын үтәмәү һәм тайғаҡ юл. Әлеге ваҡытта тикшереү үткәрелә.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас