Covid-19 вирусынан дауалау, профилактикалау һәм диагностикалау өсөн РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдимдәре яңыртылды. Өлкәндәрҙе дауалау өсөн кәрәк булырға мөмкин булған дарыуҙар исемлегенә „Фавипиравир“, „Ремдесивир“, „Гидроксихлорохин“, рекомбинантлы „ИФН α“, „Умифеновир“ ингән. Азитромицин төшөрөп ҡалдырылған. Әлеге дарыуҙарҙы ҡулланыу йөклө ҡатындарға рөхсәт ителмәй. Документта әйтелгәнсә, бактерияға ҡаршы терапия үпкәләрҙе зарарлауға бактериаль инфекция ҡушылғанда ғына мөмкин.