7 февралдә Белорет районында ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәт итергә сыҡҡан туристар аҙаша. Билдәле булыуынса, ял итеү базаһынан өс кеше ҡаргиҙәрҙә сығып китә һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Межгорье ҡалаһынан булған сәйәхәтселәр Ямантау тауына ҡарай юл тота, әммә бер аҙҙан улар менән бәйләнеш өҙөлә.
Уларҙы эҙләргә биш ирекмән, биш ҡотҡарыусы автомобилдәрҙә, ҡаргиҙәрҙә сыға.Юғалыусыларҙы төнгө сәғәт өстә генә табалар. Улар һунарсы йортонда була. Аҙашыусыларҙың һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.